Присоединяйтесь

И п т ә ш г е н е р а л

02 апреля 2020

И п т ә ш г е н е р а л

Шайморатов ораны
Тик алға әйҙәй :
-"Салауат вариҫтары
Сигенә белмәй! "

Фашист яуын ҡыуырға
Ватаным ҡушҡан.
Баҫҡынсылар тетрәнһен,
Дөмөкһөн дошман.

Генерал менән алда
Ярһыу аҡбуҙат.
Ултырғандай эйәрҙә
Батыр Салауат.

Гүйә, йәшен уҡтары
Дошман өҫтөндә.
Ялтырайҙар ҡылыстар
Туҙан, төтөндә.

Ташҡын булып башҡорттар
Ҡыра дошманды.
Һаҡлап Совет Ватанын,
Ғәзиз Уралды.

Нисә быуат башҡорттар
Тоғро антына.
Нисә быуын йән һала
Рәсәй хаҡына.

Аҫыл ирҙәр сит ерҙә
Ҡәбергә ятты. Ҡайтмаһа ла үҙҙәре
Дандары ҡайтты...

Дивизия бар һаман -
Йөҙҙә ун ике.
Башҡортостан, үҫтергән
Улдар, һинеке.

--Шайморатов, теҙ әйҙә
Дивизияңды!
Һинең өсөн тағында
Халҡым ҡыуанды.

Тигеҙ сафтар алдына
Баҫ әле үҙең.
Күкрәгеңә тағайыҡ
Алтын йондоҙоң!

Нисә йылдар халҡыңда
Һин батыр инең.
Бөгөн шуны тағы ла
Таныны илең.

Һөйөнһөндәр әруахтар,
Тоғро дуҫтарың.
Яҡтырһын ҡәберҙәре,
Изге рухтары.

Алҡышлай Башҡортостан,
Һәр бер ауылы.
Герой булып танылғас
Яратҡан улы.

Шатлана Ҡырмыҫҡалы
Батыр улына.
Ғорурлана Биштәкә
Уның юлынан.

--Теҙ тағын ғәскәреңде,
Беҙҙе лә һин ал:
Яныңа баҫайыҡсы,
Иптәш Генерал!

Фәрғәт Ҡотлобаев

Вернуться к списку новостей